Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Март 2019, 18:37

Яңы торлаҡҡа аҡсаны нисек тиҙерәк тупларға?

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау программаһын яңыса эшкә ҡуштылар. Хәҙер унда һәр кем ҡатнаша ала.

Фатир һатып алыу өсөн аҡса туплау еңеләйә. Ошо йылдың 1 мартынан теләгән һәр кеше беренсе взнос өсөн аҡса йыйыу, аҙыраҡ ставка менән ипотека, шулай уҡ, дәүләттән ярҙам алыу мөмкинлеге биреүсе “Торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса туплау” республитка программаһында ҡатнаша ала. Был программа 2014 йылдан бирле эшләй, әммә һуңғы йылдарҙа унда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға рәсми сиратта тороусылар ғына ҡатнаша алды.

Был ниндәй программа? Барыһы ла бик ябай – һеҙ аҡса туплайһығыҙ, ә дәүләт йыйылған күләмдең өстән бер өлөшөн өҫтәп түләй. Эйе-эйе, яңылышмайбыҙ, йыйған аҡсағыҙҙың өстән бер өлөшөн дәүләт һеҙ тиҙерәк яңы матур фатир алһын өсөн өҫтәп бирә. Был маҡсат өсөн дәүләт 235,6 миллион һум – бер йыл элек булғандан ике ярым тапҡыр күберәк аҡса бүлә. Был аҡса программала ҡатнашыусы 10-11 мең кешегә етәсәк.

1-се этап. Аҡса туплайбыҙ.

Программла 18 йәштән өлкәнерәк булған, даими рәүештә Башҡортостан территорияһында йәшәүсе Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.

Тәүҙә “Һаҡлыҡ банкы”ның йәиһә “Уралсиб”тың теләһә ниндәй бүлексәһенә барырға кәрәк. Унда һеҙҙән республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе исеменә ғариза яҙҙыртасаҡтар. Документтарҙан үҙең менән паспорт булыу мөһим.

Банкта һеҙгә айырым иҫәп асасаҡтар, унда ай һайын өс мең һумдан ун мең һумға тиклем аҡса һалырға кәрәк буласаҡ. Республика һеҙҙең взностың өстән бер өлөшөн, ләкин өс меңдән дә күп булмаған күләмдә, өҫтәп түләйәсәк. Кәм тигәндә, өс йыл аҡса йыйырға кәрәк. Унан һуң һеҙ килешеүҙе тағын өс йылға оҙайтырға йәиһә ташламалы ипотека алырға мөмкинһегеҙ. Программала ҡатнашыусы һәр кешегә йылына – 36 мең һум, ә аҡса туплау ваҡытында күп тигәндә 216 мең һум бирелә ала.

Ҡыҙыҡлы үҙенсәлек – ҡағиҙәләр һеҙгә бар ғаиләгеҙ менән теркәлеүҙе тыймай. Миҫал өсөн, дүртәүләп - ир менән ҡатын һм уларҙың ике ата-әсәһе. Һәр береһе ай һайын өс меңдән ун мең һумға ҡәҙәр аҡса индерергә тейеш була, шул уҡ ваҡытта “бюджет өлөшө” лә шуға бәрәбәр өҫтәләсәк. Йыйылған аҡсаға һеҙ бер йәиһә бер нисә фатир һатып ала аласаҡһығыҙ.

2-се этап. Торлаҡ һатып алабыҙ.

Торлаҡты төҙөлөп килеүсе йорттан һатып алыу мотлаҡ түгел. Йыйылған аҡсаға фатир, бүлмә һатып алырға, шул иҫәптән икенсел баҙарҙа. Үҙ йортоңдо төҙөргә йәиһә шәхси тораҡ төҙөү өсөн ер участогы һатып алырға һәм хатта элек алынған ипотеканы ҡапларға мөмкин. Әйткәндәй, статистика күрһәтеүенсә. Программа буйынса һатып алынған торлаҡтың 56 проценты тап икенсел баҙарға тура килә.

Һеҙ кәрәкле аҡсаны йыйҙығыҙ һәм дәүләт ярҙамына башҡаса мохтаж түгелһеҙ икән (мәҫәлән, һеҙҙең элек йыйылған аҡсағыҙ бер йәиһә ҙурырағын алыр өсөн иҫке фатирығыҙҙы һатаһығыҙ), банкка хәбәр итеп, теләгәнегеҙҙе һатып ала аласаҡһығыҙ.

Тупланған аҡса етмәй икән, программала ҡатнашыусы булараҡ, һеҙ ташламалы ставка менән ипотека алырға хоҡуҡлыһығыҙ. Әле ул йылына 6-7 арттырып түләү шарты менән бирелһә, киләсәктә ставканы 5 процентҡа тиклем төшөрөү мөмкинлеге ҡарала. Процент ставкаһының теүәл күләме һәр кемгә айырым иҫәпләнә һәм кредит түләү ваҡытына һәм күләменә бәйле. Шул уҡ ваҡытта банк килешеүҙә күрһәтелгән процент ставкаһы кредитты түләп бөтөргәнсе үҙгәрмәйәсәгенә гарантия бирә.

Өс нәмә мөһим:

- Кредитлау ваҡыты бер ярым туплау ваҡытына тиң. Йәки һеҙ алты йыл аҡса йыйғанһығыҙ икән, ипотеканы күп тигәндә туғыҙ йылға ала ала алаһығыҙ.

- Кредит менән торлаҡ хаҡының иң күп күләме һеҙ туплаған аҡсаға бәйле, әйтәйек, өс йыл йыйғанһығыҙ икән – 1 миллион һум, дүрт йыл һәм унан да артығыраҡ ваҡыт йыйһағыҙ, 1.5 миллион һум булыуы мөмкин.

Етмәгән аҡсаны шул уҡ банкта ғәҙәти ставка менән алырға мөмкин. Әгәр ҙә ниндәйҙер параметрҙар буйынса банк талаптарына тура килмәйһегеҙ икән, икенсе заемщиктар итеп туғандарығыҙҙы йәки дуҫтарығыҙҙы күрһәтергә мөмкин.

Миҫалдарҙа ҡарайбыҙ

- Һеҙ иҫәбегеҙҙе ай һайын 10 мең һумға тулылындарып, алты йыл аҡса йыйҙығыҙ. Дәүләт һеҙгә тағын өсәр меңде өҫтәй. Һөҙөмтәлә, бер йылда һеҙ (1+3)*12= 156 мең һум, ә алтынсы йыл аҙағына 936 мең һум туплайһығыҙ.

- Әгәр ҙә сумма етә икән, ошо аҡсаға фатир, бүлмә һ.б. һатып ала алыһығыҙ.

- Әгәр ҙә 2,4 миллион һумға фатир һатып алырға теләйһегеҙ икән, банк һеҙгә программала ҡатнашыусы булараҡ, 6-7 процент ташламалы ставка менән 1,5 миллион һум кредит бирә (1,5 миллион+0,9 миллион – ошо сумма етәск).

- Әгәр ҙә 3 миллион һумға фатир һатып алырға ниәтләһәгеҙ, банк һеҙгә программала ҡатнашыусы булараҡ, 6-7 процент ташламалы ставка менән 1.5 миллон һум бирә. Ҡалған 564 мең һумды ошо уҡ банктан ғәҙәти ставка менән алырға мөмкин.

Һорау-яуап

- Түләүҙе ваҡытында индермәһәң, нимә була...

Банкта һеҙгә кредит алғандағы кеүек түләүҙәр графигы биреләсәк. Уны ҡәтғи үтәргә кәрәк. Йыл дауамында дүрт тапҡыр ҡағиҙә боҙаһығыҙ икән, һеҙҙе программанан һыҙып ташлаясаҡтар һәм барлыҡ дәүләт өҫтәмәһен аласаҡтар.

- ...һәм әгәр ҙә алдараҡ алһаң

Ошондай уҡ хәл. Был һеҙҙең аҡса һәм уны теләһә ҡайһы ваҡытта алырға мөмкинһегеҙ, ләкин килешеү шарттары буйынса, өҫтәмәне кире ҡайтарырға тура киләсәк.

(Материалды “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт дәүләт унитар предприятиеһы редакцияһы әҙерләне. Яҙмалар буйынса тәҡдимдәрҙе [email protected] адресына ебәрегеҙ, телефон – (347) 272- 92-61).
Читайте нас: