Дим буйҙары
-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Март 2019, 15:05

Апрелдән компенсация түләнә

Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр хаҡының яңы стандарттарын раҫланылар. Документ граждандарҙың айырым категориялары өсөн торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә сығымдарын субсидиялау һәм компенсациялау өсөн кәрәк.

Ҡарар 1 ғинуарҙан билдәләнгән тарифтарға ҡағыла. Шуға күрә апрелдә республика халҡына ғинуар, февраль, март һәм апрель айҙарына хаҡ ҡайтанан иҫәпләнә. Айлыҡ аҡсалата компенсация һәм субсидия күләменә яңынан иҫәп-хисап яһау өсөн граждандарға шәхсән мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.

Хөкүмәттең тағы ла бер ҡарары менән 2019 йылдың ғинуарынан торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә сығымдың максималь өлөшө кәметелде. Әгәр коммуналь хеҙмәткә сығым ғаиләнең дөйөм килемендә торлаҡҡа сығымдың билдәләнгән максималь өлөшөнән юғарыраҡ икән, субсидия түләнә. Ишле һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн был өлөш 13 процент тәшкил итә, элегерәк 15 процент ине. 70 йәшен тултырған яңғыҙ кешеләргә был күрһәткес 16 процентҡа тиң. Әүәл яңғыҙ пенсионерҙар өсөн ул 18 процент ине. Яңғыҙ йәшәгән 60 йәшен тултырған ирҙәргә һәм 55 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарға ул – 18 процент, граждандарҙың башҡа категорияларына – 20 процент.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в