Осрашыу барышында ике яҡ та киләсәктә хеҙмәттәшлек итеүҙең өҫтөнлөклө яҡтары һәм уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында фекер алышты. Истанбулда Башҡортостан вәкиллеген асыу быға ярҙам итәсәк, уның эшсәнлеге бизнес бәйләнештәрен әүҙемләштереүгә һәм инвестицион хезмәттәшлеккә йүнәлтеләсәк.Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса, яҡтар араһында тауар әйләнеше 240 миллион долларға еткән, был, 2017 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, 1,5 тапҡыр артығыраҡ. Бынан тыш, республикала Төркиә капиталы ҡатнашлығында булдырылған 40 предприятие уңышлы эшләп килә. Шуның менән бергә, Радий Хәбиров фекеренсә, тауар әйләнешен һәм эшлекле хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар.
Мәхмет Самсар билдәләүенсә, дәүләт башлыҡтары илдәр араһында тауар әйләнешен 100 миллиард доллар күләменә еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Быға бәйле Илсе Төркиә бизнес делегацияһының Башҡортостанға сәфәрен ойошторорға тәҡдим итте һәм республика эшҡыуарҙарын Төркиәгә саҡырҙы.