Селектор кәңәшмәһенең ябык өлөшөндә контракт буйынса рядовой һәм сержант составы вазифаларында хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәрҙең социаль яҡлау дәрәжәһен көсәйтеү мәсьәләләре ҡаралды, тип хәбәр ителә.
"Армия генералы Сергей Шойгу хәбәр итеүенсә, Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан Рәсәй Оборона министрлығының хәрби хеҙмәткәрҙәрнең әлеге категорияһын социаль яҡлауҙы арттырыуға йүнәлтелгән тәҡдимдәре хупланған", -тиелә.
Әйтәйек, 1 сентябрҙән үк беренсел хәрби хеҙмәт вазифаларының рядовой составын биләүсе хәрби хеҙмәткәрҙәргә аҡсалата түләүҙәрҙе һиҙелерлек арттырыу күҙҙә тотола.
1 октябрҙән "D" категория машина йөрөтөүселәрҙең тариф разрядтары – 2һнән 4-кә, өлкән водителдәрҙеке 3-тән 5-кә ҡәҙәр арттырыласаҡ.
Шул уҡ көндән "С" һәм "Е" категориялары машина йөрөтөүселәренә башҡарыла торған бурыстарының әһәмиәте өсөн айлыҡ өҫтәмә түләү билдәләү планлаштырыла.