Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
23 Июль 2019, 18:25

Беҙҙең күршеләрҙә...

Бөгөн Бәләбәйҙә урындағы һөт комбинатында йомшаҡ сырҙар етештереүгә тәүге таш һалыу тантанаһы уҙҙы

Бында йыл һайын 9 мең тонна продукция етештереү күҙаллана. Сыр һәм һөт деликатестары етештереүҙә махсуслашҡан инвестор – Францияның Savencia Fromage&Dairy компанияһы – 2 миллиард һум самаһы инвестиция индерергә ниәтләй. Проектты ике этапта ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла: беренсе этап – 3000 тонна, ивенсе этап – 6000 тонна. 200 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Заводты 2020 йылдың октябренә сафҡа индереү көтөлә.


Яңы предприятие төҙөлөшөн башлау тантанаһында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул Францияның Рәсәйҙәге илсеһе Сильви Берманн һәм башҡа ҡунаҡтар менән берә Бәләбәй һөт комбинатын ҡараны. Предприятиеның генераль директоры Евгений Линкевич бөгөнгө көнгә бында 750 кеше эшләй, заводта 23 сыр төрө етештерелә тип һөйләне. Йыл һайын комбинат республика бюджетына 500 миллион һумға тиклем һалым күсерә. Ҡунаҡтар сыр етештереү, уларҙың өлгөрөү һәм артабан сауҙа селтәрҙәренә оҙатыу өсөн төрөү цехтарын ҡараны.

«Бөгөн яңы етештереү предприятиеһы төҙөлә башлай. Ул ҡалаға һәм республикаға ике йөҙ эш урыны, һалым түләүҙәре һәм яңы технологиялар бирәсәк. Республикала артабан да яңы яҡшы предприятиелар төҙөлөр тип ышанам», — тине Радий Хәбиров тәүге ташты һалыу тантанаһында.

Францияның Рәсәйҙәге илсеһе барыһына башланғыс ике йыл элек Парижда хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғандан һалынды тип билдәләне.

«Францияны 300 сыр төрө иле тип атайҙар, Savencia компанияһы үҙе булған илдәрҙә сыр ашау мәҙәниәтен индерә. Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһында яңы сыр етештереү урыны барлыҡҡа килеүҙә ҡатнашыуыма һәм предприятиеның эше менән танышыуыма шатмын», — тине Сильви Берманн ханым.

Savencia компаниялар төркөмө генераль директоры Жан-Поль Торри әйтеүенсә, Бәләбәйҙә сыр етештереү буйынса иң матур һәм ҙур завод төҙөләсәк һәм ошо предприятие кешеләрҙең яҡшы туҡланыуы мәнфәғәтенә буласаҡ.

«Беҙ күптән Рәсәйҙә ошондай предприятие асырға ниәтләнә инек, Бәләбәйҙе һайлағанға тиклем илегеҙҙе арҡыры ла буй ҙа үттек. Бында үҙ эшен белгән һәм яратҡан иҫ киткес профессионалдар командаһы эшләй. Бында бик яҡшы сырҙар етештерелә, беҙ шәп завод таптыҡ», — тине Торри әфәнде.

Ул шулай уҡ эксперттарҙың баһаһы буйынса башҡа төбәктәрҙән урындағы һөттөң ярайһы уҡ юғары сифатлы булыуын билдәләне. Ул етештереү урынын һайлауҙа төп шарттарҙың береһе булды.

Savencia төркөмө – һөт эшкәртеү буйынса донъя лидеры, бөтә ҡитғаларҙа вәкиллектәргә эйә, һәр баҙарҙың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләгән төрлө-төрлө һөт ризыҡтары тәҡдим итеүсе. Компания шулай уҡ – деликатес сырҙар етештереү өлкәһендә донъя лидеры һәм Францияла дөйөм сыр етештереү күләме буйынса икенсе урынды биләй.

Savencia төркөмө донъялағы берҙән-бер бөтә һөт эшкәртеү һәм сыр етештереү технологияларына эйә компания булып һанала.
Читайте нас: