Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Август 2019, 22:41
Милли проект: күршеләргә шәкәр кәрәк
Республикала быйыл шәкәр сөгөлдөрө уңышы юғары көтөлә. Татлы аҙыҡ артығынан тыш етештерелеү сәбәпле, эске баҙарҙа уның хаҡы түбән ҡала.
Республикала быйыл шәкәр сөгөлдөрө уңышы юғары көтөлә. Татлы аҙыҡ артығынан тыш етештерелеү сәбәпле, эске баҙарҙа уның хаҡы түбән ҡала.
"Был осраҡта беҙгә шәкәрҙе экспортҡа оҙатыуға йүнәлеш тоторға кәрәк. Килограмын 23 һумдан һатасаҡбыҙ” , – тине Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарған, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Тармаҡ етәксеһе әйтеүенсә, беҙ шәкәрҙе ҡулланғандан күберәк етештерәбеҙ. Йән башына бер йылға медицина нормаһы буйынса 24 килограмм шәкәр ҡаралһа, былтыр республикала был аҙыҡ 45,2 килограмм әҙерләнгән. Һөҙөмтәлә экспортҡа 200 тоннанан ашыу продукция оҙатылған.
Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө майҙандары 46 мең гектар тәшкил итһә, быйыл 48 мең гектар ерҙе биләй.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"