Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
9 Августа 2019, 12:46
Ауыл пенсионерҙары өҫтәмә түләү ала
Башҡортостанда 57,1 меңдән ашыу ауыл кешеһе страховка пенсияһына арттырылған түләү ала, тип хәбәр итте Пенсия фондының республика бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Башҡортостанда 57,1 меңдән ашыу ауыл кешеһе страховка пенсияһына арттырылған түләү ала, тип хәбәр итте Пенсия фондының республика бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ауыл хужалығында 30 йылдан да кәмерәк эшләмәгән, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған һәм ауыл ерендә йәшәгән пенсионерҙар страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙе 25% арттырыу хоҡуғына эйә.
Июнь аҙағында Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһына арттырылған түләүгә хоҡуҡ биргән ауыл хужалығы һөнәрҙәре, производстволары исемлеге киңәйтелде. Уны ауыл хужалығы техникаһын һәм етештереү ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү, йүнәтеү, шул иҫәптән ауыл хужалығының етештереү объекттарын һаҡлау менән бәйле һөнәрҙәр тулыландырҙы. Бынан тыш, исемлеккә ауыл хужалығы тауарҙарын етештергән шәхси эшҡыуарҙар индерелде.
«Ошо өҫтәмәләргә бәйле Пенсия фонды идаралыҡтарында пенсия түләү эштәре материалдары буйынса 2019 йылдың 1 ғинуарынан түләүҙе ғаризаһыҙ арттырыу мөмкин булған кешеләрҙе асыҡлау эше башҡарылды. Пенсионер теләһә ниндәй ваҡытта арттырылған түләүгә хоҡуғын раҫлаған өҫтәмә документтар тапшырырға мөмкин. 2019 йылдың аҙағына тиклем мөрәжәғәт иткәндә ҡабаттан иҫәпләү эштәре ошо йылдың 1 ғинуарынан башҡарыла», — тине Фоат Хантимеров.
ttp://
www.bashinform.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"