Мәҫәлән, юл ситтәрендә сабылмаған үлән өсөн дә эләкте. Хатта ситтә лә түгел, беҙҙең ҡайһы бер трассаларҙа юл уртаһында бесән шаулап үҫә. Был бик дөрөҫ иҫкәртеү.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Дим КПМ-ы тапҡырындараҡ, юл уртаһында, бүлеү һыҙатында үлән бейек булып үҫкән. Радий Фәрит улы Благовещен районына эш сәфәрен юлланғанда күреп аптыраған. "Әгәр ҙә мин бармаһам?!" - тип ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе ул.
- Тағы бер тапҡыр иҫкәртәм, - тине Хәбиров, - Өфө - Аэропорт юлы идеаль торошта булырға тейеш. Шул иҫәптән юл ситтәре лә. Үләнен хет көн һайын сабығыҙ, сүп-сарын даими йыйығыҙ, тиҙәк тураһында һүҙ ҙә юҡ.
Юл торошо өсөн яуаплы етәкселәр аҙна һайын тикшереүгә сығырға тейеш.