Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Август 2019, 08:50

Һаҡ булығыҙ: ялған аҡса!

Финанс-кредит ойошмаларына кергән ялған аҡсаларҙың тѳп сығанағы булып бәләкәй сауҙа нѳктәләрендә, дарыуханаларҙа, автозаправкаларҙа берәмләп һатыуҙан алынған килем һанала.

Иң йыш осраған ялған 5 меңлектәр түбәндәге серия һәм номерға эйә:

б 57935**, ав 477****, ав 58747**, ав68747**, ав 26384**, аМ 24374**, бв 47847**, бв 58847**, вм47847**, ба 59769**, мА21086**, бм 989****, бм 584***, ви 774****, ек 274****, ма 587****, вм 988****, бв98847**.

Полиция хеҙмәте граждандарға, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү ѳлкәһендә эшләгән кешеләргә аҡса менән айырыуса иғтибарлы эш итергә, махсус ҡорамал менән ҡулланырға кәңәш бирә.

Ялған банкнотты ысынынан айырыу ѳсѳн ниндәй билдәләргә иғтибар итергә һуң?

- Беренсенән, ялған аҡсаларҙа һыу билдәләре аныҡ ҡына күренмәй;

- икенсенән, банкнотты яҡтыға ҡуйып ҡарағанда, һаҡлағыс ептә полимер сиктәр булмай; “5000 ЦБР” тексы тик тура һәм баш түбән әйләнгән хәлдә генә башҡарылған;

- банкноттағы Рәсәй Банкы эмблемаларын ентекле ҡарағанда, тѳҫтәренең ысын аҡсалағы эмблеманан айырылғанын күрергә мѳмкин.

Ялған купюра ҡулға килеп эләккән осраҡта, уның менән түләргә маташыусының тѳҫ-ҡиәфәтен, автотранспортын иҫтә ҡалдырырға һәм йәһәт кенә 102, 112, 8(34792)4-24-02 телефон һандарын йыйып, полиция бүлегенә хәбәр итергә кәрәк.
Читайте нас в