Дим буйҙары
+17 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
30 Октября 2019, 08:13
Рапс майы экспортҡа оҙатыла
Башҡортостан Евросоюз илдәренә 3,5 мең тонна рапс майы оҙата, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан.
Республикала рапс эшкәртеү менән Шишмә май һығыу заводы ғына шөғөлләнә.
«Бында ошо май бирә торған культураны эшкәртеү менән икенсе йыл ғына шөғөлләнәләр. Быйыл Шишмә май заводы октябрь-ноябрь айҙарында 8 мең тонна орлоҡ ҡабул итеп эшкәртергә йыйына. Предприятиеның Евросоюз илдәренә 3,5 мең тонна рапс майын оҙатыуға килешеүе бар», — тип һөйләне Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов.
Хәҙер республиканың 43 районында рапс эшкәртәләр. Иң ҙур майҙандар Илеш, Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондарына тура килә.
Әлеге ваҡытта төбәктә рапс йыйыу тамамлана. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, майҙандарҙың 94 проценты йыйып алынған, 50 мең тонна рапс орлоғо йыйылған. Был бер йыл элекке менән сағыштырғанда 15 мең тоннаға күберәк.
Уҙған йыл менән сағыштырғанда, Башҡортостанда рапстың уңышы ла артҡан — 1,3 тапҡырға — һәм гектарынан уртаса 11,4 центнерға етә. Быйыл рапстың уңышы буйынса Стәрлетамаҡ районы алдынғылыҡты бирмәй, унда һәр гектарҙан 20 центнерҙан ашыу орлоҡ йыялар.
Киләһе йылда республикала нисә гектарҙа рапс сәселер, әлегә билдәһеҙ, ләкин «2019 йылға ҡарағанда аҙыраҡ түгел», тип өҫтәнеләр министрлыҡта.
http://www.bashinform.ru/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"