Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Ноябрь 2019, 02:14

Быйыл Башҡортостан 68,6 миллиард һум федераль аҡса аласаҡ

Быйыл Башҡортостанда гдөйөм дәүләт проекттарын һәм программаларҙы тормошҡа ашырыуға федераль ярҙам 68 миллиард һумдан артып китәсәк, тип хәбәр иткән Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә республиканың вице-премьеры, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Ул төбәктең быйыл федераль программаларҙа ҡатнашыуы һөҙөмтәләре һәм 2020 йылға заявка кампанияһы тураһында мәғлүмәт биргән.

Республика 21 дәүләт программаһында, ете федераль маҡсатлы программала һәм федераль адреслы инвестицион программала ҡатнаша. Төбәктән 119 ғариза әҙерләнгән, 25,5 миллиард һум бүлеп биреү хупланған. Федераль аҡсаларҙың төп өлөшө дөйөм дәүләт проекттары сиктәрендә йәлеп ителә.

Икенсе урында — дәүләт программаларының «проекттан тыш» саралары. ФАИПКА бер республика объекты – Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә керҙе.

«Республика Башлығының был эшкә сенаторҙарҙы һәм Дәүләт думаһы депутаттарын йәлеп итеү һөҙөмтәһендә, бюджет ғаризаларын үтеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға ирешелде һәм 10 ай һөҙөмтәләре буйынса йәлеп ителгән аҡсалар күләмен 4,3 миллиард һумға арттырҙы. Дөйөм алғанда, был йылға 68,6 миллиард һум алыу ҡаралған», – тине Рөстәм Моратов.

2020 йылға 35,9 миллиард һумлыҡ 124 ғариза әҙерләнгән.

Башҡортостан йыл һайын федераль бюджетҡа һалым йыйымдарының яртыһынан артығын күсерә. 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса 336,612 миллиард һум йыйылған, шуларҙың 171,1 миллиард һумы федераль ҡаҙнаны тулыландырған.

#Национальныепроекты #Региональныепроекты #НациональныепроектыБашкортостан
Читайте нас: