Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Декабрь 2019, 11:01

34 компания мөмкинлектән файҙаланған

Йыл башынан Башҡортостандан сит илгә үҙ тауарын оҙатҡан 34 предприятие транспорт сығымдарының бер өлөшөн ҡаплатыу хоҡуғын файҙаланған. Экспортҡа сығарылған тауарҙар исемлеге киң: игендән алып вертолеттарға тиклем.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында дәүләт программаһына ярашлы төбәк субсидияһын бүлгән тағы ла өс килешеүгә ҡул ҡуйылды. “Ишембай катализаторҙар махсуслашҡан химия заводы” йәмғиәте - сорбенттар һәм катализаторҙар етештереү буйынса эре предприятиеларҙың береһе. Ул Беларусь Республикаһына тауар сығарған юл сығымдарына субсидия алды. “Уралснабресурс” йәмғиәте Үзбәкстанға металл конструкцияларын оҙатҡан. “Башҡорт күмере”нә Ҡаҙағстанда ихтыяж ҙур. Әйткәндәй, был компаниялар Экспорт ярҙамы үҙәгенең хеҙмәттәре менән әүҙем файҙалана: сит илдәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашты, тикшереү өсөн контрагентҡа мөрәжәғәт итә, семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй.

Әле йыл дауамында биреләсәк 40 миллион һум күләмендәге субсидияның 32,7 миллион һумы бүленгән. Транспорт сығымдарын өлөшләтә ҡаплау төбәк прогаммаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарында билдәләнгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ҡабул ителгән.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан


Читайте нас: