Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ИҠТИСАД
8 Января 2020, 15:33
Икмәккә хаҡ артырмы?
Икмәк менән йәшелсә-емеш – баҙарҙағы иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған аҙыҡ-түлек.
Шуға тап бына ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артасаҡ, тип күҙаллай белгестәр. Өҫтәүенә быға халыҡтың түләү мөмкинлегенең кәмеүе лә сәбәпсе. Йәшелсәгә килгәндә, картуф, кишер, һуған һәм сөгөлдөр ҡиммәтләнәсәк, тип күҙаллана.
Ә икмәккә хаҡ артыуға аграрийҙарҙың яҡшы уңыш артынан “ҡыуыуы” ла булышлыҡ итә. Мәҫәлән, фермерҙар бойҙайҙы үҫтереү баҫыуҙары артһа, унда үҫтерелгән уңыш сифатын яҡшыртыу өсөн төрлө матдәләр ҙә һатып ала. Һөҙөмтәлә улар аҙыҡ хаҡына ла йоғонто яһай. Етмәһә, ҡайһы бер төбәктәрҙә селекция үҙәктәре юҡ, шуға уларға бойҙайҙы көньяҡ төбәктәрҙән килтерергә тура килә. Ә был, әлбиттә, икмәккә хаҡ күтәреү өсөн бер сәбәп.
Әйткәндәй, икмәк ризыҡтарын әҙерләгән предприятиелар ҙа милли проекттарҙы бойомға ашырыуҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, былтыр 1-се Дәүләкән икмәк ризыҡтары комбинаты “Хеҙмәт етештереүе һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектын ғәмәлгә индерә башланы. Ил Президенты Владимир Путин 12 милли проекттың эшҡыуарлыҡ өсөн дәүләттең ҡайҙа һәм нимә эшләргә тейешлеге, ресурстарҙы ҡайҙа йүнәлтеүе һәм шәхси башланғыстар өсөн шарттарҙы барлыҡҡа килтереүе буйынса мәғлүмәт биреүе хаҡында белдергәйне.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"