-11 °С
Болотло
Рәсәй Һалым кодексының 23-сө статьяһына ярашлы, граждандар һалым түләргә тейеш. Ошо уҡ документтың 45-се статьяһының 1-се пунктында һәммәбеҙҙең был бурысты үҙаллы атҡарырға тейешлеге хаҡында әйтелгән. Бынан тыш, башҡа кешенең дә икенсе кеше өсөн түләү мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә былар барыһы ла үҙ ваҡытында атҡарылырға тейеш.
Әгәр үрҙә әйтелгәндәр үтәлмәһә, һалым органдары тейешле һалымдарҙы түләттерә ала. Шуға быйыл 1 декабргә тиклем ошо бурысты атҡарырға тейешле икәнлегебеҙҙе оноторға ярамай.
Фото:uk38.ru