Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Ноябрь 2020, 11:34

Ә һеҙ был хаҡта беләһегеҙме?

2017 йылдан алып Башҡортостан Төбәк лизинг компанияһының республикалағы шәхси һәм бәләкәй предприятиеларға ташламалы лизинг буйынса финанс ярҙам күләме бер миллиард һумдан артты, тип хәбәр итәләр республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан.

Был ташламаны Өфө йүнселдәре күберәк алған: барлыҡ күрһәтелгән ярҙамдың 35,47 процентын, йәғни 335 миллион һумды. Һөҙөмтәлә тауарҙар өсөн кәрәкле полимер ҡаптар һәм пласмасса әйберҙәр етештереү, юғары баҫым һәм металл эшкәртеү өсөн еңдәр (рукав), блоклы трансформатор ярҙамсы станцияһы буйынса һәм башҡа ҡорамалдар һатып алынған.
Ә шартлыса икенсе урында – 328 миллион һумдан ашыу (барлыҡ сумманың 34,8 проценты) аҡса алған Нефтекама кәсепселәре. Был иһә ташламалы лизинг буйынса автомобиль шиналарын ҡайтанан эшләү, металл эшкәртеү, тиҙ йыйылмалы биналар етештереү буйынса ҡорамалдар һәм сэндвич-панелдәр һатып алыуға булышлыҡ иткән.
Белорет эшҡыуарҙарына ла һиҙелерлек ярҙам күрһәтелгән: 233 миллион һумдан ашыу. Бынан тыш, Туймазы, Бөрө, Ишембай ҡалалары һәм Стәрлетамаҡ районы йүнселдәре лә ошондай мөмкинлектән файҙаланған.
“Пандемия осоронда ташламалы лизингҡа ихтыяж бигерәк тә “Тотороҡло үҫеш” программаһы буйынса артҡан, – тип белдергән республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. – Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн һығылмалы шарттарҙы күҙ уңында тота”.
Әйткәндәй, төбәк лизинг компанияһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә эш итә. Илебеҙҙә теркәлгән һәр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты уның ярҙамына өмөт итә ала.
Фото: 3888.ru
Читайте нас: