Үткәргес торба участогының 358 метры, шул иҫәптән дюкер (һыу аҫты өлөшө) 222 метры алыштырылған. Балластлау өсөн дөйөм күләме 378 тоннлыҡ 189 суйын ауырайтҡыс ҡулланылған. Бынан алда файҙаланылған үткәргес торбалар демонтажланған. Торбалар һалынғас үткәргес торбалар үткәүеленә гидро һынауҙар уҙғарылған, етешһеҙлектәр юҡлығы асыҡланған, уның геометрик параметрҙарына контроль эшләнгән. Һыу объектындағы эштәр барышында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтенең барлыҡ талаптары үтәлгән.
Белгестәр арматура узелын уратып алып, техник белдереү билдәләрен, шул иҫәптән видеокамералар һәм һаҡ сигнализацияһы системаһын ҡуйған. Ер тергеҙелгән, йылға яры ла нығытылған, 1 мең квадрат майҙанға ваҡ таш һибелгән.
Эштәр «Транснефть – Урал» йәмғиәтенең техник яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеү һәм реконструкциялау программаһына ярашлы уҙғарылды, маҡсаты - Усть-Балыҡ- Өфө-Ҡурған-Әлмәт нефть үткәргес торбаларын файҙаланыуҙың юғары ышаныслылыҡ кимәлен һаҡлау.
Усть-Балыҡ- Өфө-Ҡурған-Әлмәт нефть үткәргес торбаһы Рәсәйҙә оҙонлоғо буйынса ла, нефтте һурҙырып ағыҙыу буйынса ла магистраль нефть һаҡлау үткәргес торбаларының иң эреһе булып тора.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.