Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 26 июлдә халыҡтан Иҙәк йылғаһында балыҡтарҙың ҡырылыуы һәм һыуҙың болғансыҡҡа әйләнеүе тураһында
хәбәр килде. Күҙәтеү органдары бысраныу сығанағының Ҡамышлы йылғаһының Иҙәк йылғаһына ҡойған урынында булыуын асыҡланы. Һыу өлгөләре балыҡтар үлгән һыуҙа кислородтың ныҡ кәмегәнен күрһәтте. Был йылғаға химик компоненттар эләккән тип уйларға ерлек бирҙе. Бысраныуға «Полиэф» заводының ике канализация ҡоҙоғо сәбәпсе. Хәҙер «Полиэф» ошо осраҡ буйынса эске тикшереү үткәрә, Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы ла
тикшереү алып бара.