Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Август 2019, 17:39

Яҡташ һалдатыбыҙҙың ғәйебе бармы?.

Приморье крайында хеҙмәт итеүсе Башҡортостан егетен ике йылға төрмәгә ултыртҡандар.

Аяныслы хәл, әлбиттә. Һалдатҡа дембелгә һанаулы ғына көндәр ҡалған булған, 19 йәшлек Булат Ғәлләмов бер йылға яҡын хеҙмәт итеп тә өлгөргән. Яҡташыбыҙҙы бергә хеҙмәт иткән иптәшен туҡмауҙа ғәйепләйҙәр. 17 апрелдә үк башланған был ваҡиға күп кенә асыҡлыҡтар индереүҙе талап итә.

Булат һәм уның ике иптәше нарядта торған йәш һалдаттарҙан тәмәке һорайҙар. Һөйләшеү барышында Булаттың бер иптәше теге һалдаттарҙың күрше ауылға һыра эсеүгә йөрөүҙәрен ишетеп, был турала етәкселеккә еткерәм тип янай. Һыра эсергә яратҡан йәш һалдат етәкселектән ҡурҡып, дембелгә йыйынған һалдаттарҙан был турала әйтмәүен үтенә һәм ике мең һум аҡса бирәсәген белдерә. Ике яҡ ошо урында килешә лә кеүек, әммә...

Булаттың апаһы Айгөл Иҙрисованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡылған тәртибе өсөн етәкселектән шелтә алыуҙан ҡурҡҡан һалдат аҙаҡ аҡса бирергә теләмәй һәм танышына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ә дуҫы иһә теге һалдатҡа мәкерле план тәҡдим итә, имеш, мин һиңә һуғам, ә Ғәлләмов туҡманы, тип әйтерһең, тигән хәйлә уйлап таба. Ә аҡсаны Булаттың дуҫы таптыра тип етәкселеккә еткерергә өйрәтә.

Икенсе көндө иртән Булатты һәм уның иптәшен сержант уятып, Булатты һалдатты туҡмауҙа, ә иптәшен һигеҙ мең аҡса таптырыуҙа ғәйепләйҙәр. Аҙаҡ суд башлана. Айгөлдөң һүҙҙәренә ҡарағанда, һөҙөмтәлә Булатты көсләп ғәйебен таныуҙа ғариза яҙҙыралар. Туғандары һалдатты туҡмауҙа Булаттың ғәйебе юҡ тип бара, сөнки был ваҡиғаға тиклем Булатҡа алты көн алда, операция яһағандар, уны сөннәткә ултыртҡандар.

- Операция урыны оҙаҡ йүнәлде, ул ипләп кенә атлап йөрөнө. Ә операциянан һуң артыҡ көсәнергә ярамағанды һәр кем белә бит, - тип хәлгә асыҡлыҡ индереп хәбәр иткән Булаттың апайы Айгөл.

Шуныһы үкенселе: матур хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына ҡайтырға ашҡынып йөрөгән яҡташыбыҙҙы ике йылға төрмәгә япҡандар. Егеттең әсәһе әле Приморск крайында, суд ҡарарын апелляцияға биргән. Ғәлләмовтар ғаиләһе ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, кемгә барырға белмәй, ярҙам көтә улар.

'Башкортостан[' гәзитенән.
Читайте нас: