Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Сентября 2019, 07:12
Япон журналисы Рәсәй халҡына аптыраған
Петербургта Япония журналисты Юити Оноданың аҡса янсығын урлағандар. Шунан һуң уға Төньяк баш ҡала кешеләре ярҙам иткән. Ул үҙенә ярҙам итеүселәр тураһында мәҡәлә яҙып сығарған.
Корреспондент элекке танышы менән күрешеү өсөн Питербургҡа барған. Буш ваҡытында Эрмитажды ҡарап сығырға уйлаған. Тик унда аҡсалары һәм карталары һалынған янсығын урлағандар. Банк хеҙмәткәрҙәре уның менән бәйләнешкә инеп, мошенниктың картанан уның аҡсаһын ала алмауын хәбәр иткән.
Журналист таксиҙа полицияға барғанда, уға үҙенең хәлен һөйләп бирә. Шунан һуң таксист уны бушлай алып бара. Япония журналисы быға бик ғәжәпләнә. Уға автобуста ла билет өсөн түләргә тура килмәй, сөнки кассир ҡыҙ уны иҫтә ҡалдырған булған һәм артабан да йөрөү өсөн ике талон бүләк иткән.
Япония журналисы Петербургта иғтибарһыҙ туристарҙың кеҫәләрен таҙартыусылар барлығын бәйән иткән. Әммә ауыр хәлдә ҡалғанда таныш булмаған кешеләр ярҙамға килергә әҙер, тигән.
"Рәсәйҙә шулай уҡ үҙ-ара ярҙам итеү ҙә көслө, кешеләр бәләгә тарығандарға ҡулы һуҙырға әҙер", – тигән ул.
https://tatar-inform
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"