“Хәрби дәрәжәһенә һәм вазифаһына ҡарамай, һәр ғаилә 6,68 миллион һум аҡса алды. Бөгөнгә капитан Евсеевтың әсәһе генә үҙ өлөшөнә эйә булмаған, сөнки ул күптән айырым йәшәй һәм ҡайҙа торғаны билдәле түгел. Шулай ҙа уның аҡсаһы һаҡлана”, - ти Рәсәй Оборона министрлығының Баш хәрби-сәйәси идаралығы референиты Рөстәм Клупов.
Бынан тыш, ведомство, һәр хеҙмәткәргә, ипотека-торлаҡ кредитында ҡатнашыусы булараҡ, 4,2 – 4,3 миллион һум аҡса түләү мөмкинлеген ҡарай. Шулай уҡ һәләк булғандарҙың кредиттарын иҫәптән төшөрөү буйынса мөрәжәғәт хаты ебәрелгән.