Бишбүләк районы кешеһе 16 йыл элек бер танышын үлтергәне өсөн закон алдында яуап тотасаҡ. Башҡортостан Республикаһының Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2003 йылдың май аҙағында Өфө ҡалаһының Сочи урамында урынлашҡан күп ҡатлы йорттарҙың береһендәге фатирҙа 66 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла.
Төбәк прокуратураһы тәфтишселәре фажиғә буйынса енәйәт эше ҡуҙғата, тик ул саҡта енәйәтсене асыҡлай алмай. Һәм 2019 йылда хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡабаттан был енәйәт эшен анализлап, өҫтәмә рәүештә тикшереү эше үткәрә. Һөҙөмтәлә, үлемесле енәйәт ҡылыуҙа 44 йәшлек Бишбүләк районы кешеһенең ҡатнашы булыуы асыҡлана.
Һуңынан асыҡланыуынса, 2003 йылдың 17 майында Сочи урамындағы ихаталарҙың береһендә бергәләп иҫерткес эсемлектәр ҡулланған таныштар араһында низағ сыға, аҙаҡ ул ҡул-аяҡ һуғышына әүерелә. Һуңынан ғәйепләнеүсе танышының фатирына инеп, йорт хужаһын тағы ла ныҡ итеп туҡмай. Шайтан һыуы үҙенекен итә: Бишбүләк кешеһе ҡыҙып китеп, ҡулына тимер газ баллонын алып, зыян күреүсенең башына бер нисә тапҡыр һуға. Йорт хужаһы ауыр йәрәхәтләнә.
2003 йылда ғәйепләнеүсе, енәйәт эҙәрлекләүенән ҡасырға теләп, хоҡуҡ һаҡсыларына ваҡиға тураһында башҡаса тәфсирләп һөйләп бирә, уныңса, имеш, танышын икенсе дуҫы туҡмап үлтерә. Әммә ентекле тикшереү үткәргәндән һуң, ул кешенең ғәйепһеҙ булыуы асыҡлана. Ғәйепләнеүсе хәҙер ғәйебен тулыһынса таныған.