Ул 40 минут тирәһе пассажирҙарға һәм бортпроводниктарға бәйләнә, тынысландырырға теләүселәрҙе насар һүҙҙәр менән әрләй, сумкаһы һәм йоҙроҡтары менән ташлана.
Хатта тәртип боҙоусыны бәйләп ҡуйыу ҙа әллә ни һөҙөмтә бирмәй, ул йоҡлап киткәс кенә салонда тыныслыҡ урынлаша. Әмирлектәргә килеп етеү менән боласыл ҡатынды полицияға тапшырғандар. Уға штраф һәм холоҡ төҙәтеү сараларына хөкөм ителеү янай.