Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Ноябрь 2020, 17:41

Балалар баҡсаһында фажиғә

Кисә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылы балалар баҡсаһында ҙур фажиғә булды. Тәрбиәсе ҡатынды ире үлтерә. Был турала республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

Асыҡланыуынса, иҫерек ир ҡатыны тәрбиәсе булып эшләгән балалар баҡсаһына килә. Ул меҫкен ҡатынға өс тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Ҡатын алған йәрәхәттәренән урында һәләк була. Тикшереүселәр белдереүенсә, ир быны көнләшеүе арҡаһында эшләгән.

Аҙаҡ әҙәм аҡтығы ҡасырға маташа. Тик уны мәктәптәге физкультура уҡытыусыһы тота. Бындағы балалар баҡсаһы менән мәктәп бер бинала урынлашҡан. Әйткәндәй, енәйәт ҡылынған мәлдә балалар һәм тәрбиәсәлер ул урында булмаған һәм был хәлде күрмәгән.

Үлтерелгән ҡатынға 47 йәш булған. Уның 49 йәшлек ире ҡулға алынған. Әле уға ҡарата "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған. Хоҡуҡ һаҡсылары хәлде бар яҡлап та асыҡлай.

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

Читайте нас: