Халыҡ кәсептәре ул – иҡтисадҡа ҡарағанда, күпселек дәрәжәлә мәҙәниәт өлкәһенә ҡарай торған тармаҡ. Халыҡ кәсептәренең күпселек тауарҙары – берәмләп ҡулдан яһалған әйберҙәр. Был бик күп көс һәм ваҡыт талап итә торған хеҙмәт, ә уға ҙур аҡсалар түләргә теләүселәр бик аҙ. Әлбиттә, халыҡ сәнғәт кәсептәре дәүләт ярҙамына мохтаж, - тип аңлатма бирә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Сәнғәт кәсептәренә ярҙам итеүтураһындағы мәсьәлә алдан тикшерелде һәм федераль дәрәжәлә уңай хәл ителде. Башҡортостан парламенты республика законсылығында әлеге норманы үҫтереүҙе ҡабул итте. Рәсәйҙә иң күп милләтле төбәктәрҙең береһе булараҡ беҙҙең өсөн бындай норма айырыуса көнүҙәк. Барыһы ла үҙҙәренең мәҙәни традицияларын. Шул иҫәптән халыҡ сәнғәт кәсептәрен һаҡлап ҡалыу яҡлы.