Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
29 Октябрь 2018, 16:30

Рудольф Нуриев тураһында фильм

ХХ быуаттың бөйөк бейеүсеһе Рудольф Нуриевҡа арналған «Белая ворона» документаль-нәфис фильмы Токио халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһына ингән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, картинаны Бөйөк Британия киноматографисы төшөргән. Фильмды Рудольф Нуриевтың бала сағы уҙған һәм ул спектаклдәрҙә тәүге партияларҙы бейегән Санкт-Петербургта, Парижда һәм Өфөлә төшөргәндәр. Фильмда төп ролде Татар опера һәм балет тетары премьеры (Ҡазан) Олег Ивенко уйнаны.
Фильмда балет артисының өс тормош этабы бәйән ителә. Фәҡирлектә үткән бала сағы, артист карьераһының башы һәм илдән күсеп китеү ҡарары һәм эмиграциянан һуңғы тормош.Күренекле Британия актеры һәм режиссер, ике тапҡыр «Оскар» премияһы номинанты Рэйф Файнс картинаның режиссеры булып сығыш яһаны һәм балет артисы остазы ролендә уйнаны.
Азияла ҙур кинофорум Японияның баш ҡалаһында 25 октябрҙән 3 ноябргә ҡәҙәр уҙа. Токио халыҡ-ара кинофестивлендә ҡатнашыуға бөтәһе 1829 ғариза килгән, кинофильмдар 109 илдә төшөрөлгән. Ошо байтаҡ фильмдарҙан сараны ойоштороусылар 16 кинокартинаны һайлап алға. Улар иҫәбенә «Белая ворона» кинокартинаһы ла ингән, тип хәбәр итә «Культурология» порталы.
Читайте нас: