Дим буйҙары
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
3 Декабрь 2018, 23:52

Радик Юлъяҡшинға – Туҡай премияһы?

Татарстанда йырсы Радик Юлъяҡшинға татар телен һаҡлауҙағы ҡаҙаныштары өсөн Ғабдулла Туҡай исемендәге премия бирергә тәҡдим иткәндәр.

“Татар-информ” агентлығының татар редакцияһы баш мөхәррире Рәмис Латипов шулай тип белдергән. Уның әйтеүенсә, Радик Юлъяҡшин ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә кешеләрҙең урамда, транспортта туған телендә һөйләшеүенә булышлыҡ итеүгә ҙур өлөш индергән. Йырсының концерттарында халыҡ татарса ҡушылып йырлай, тамашаларҙан һуң да үҙ телендә аралашырға оялмай, ти башланғысты тәҡдим итеүсе.

Әйткәндәй, 1 декабрҙә Радик Юлъяҡшиндың Ҡазанда “Татнефть-Арена”лағы концертына туғыҙ меңдән ашыу тамашасы килгән. Был – татар эстрадаһында кеше һаны буйынса рекорд.

8 декабрҙә иһә Өфөләге “Өфө-Арена”ла ла шундай уҡ концерт уҙасаҡ. Былтыр йырсы унда ла рекорд ҡуйғайны.

Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА
Читайте нас в