Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Декабрь 2018, 19:41

Композиторҙың юбилейына ҡарата

Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары Арина Данилова, Регина Дәүләтшина теоретик дисциплиналар уҡытыусыһы Лариса Абдуллина менән А.П. Бородиндың тыуыуына 185 йыл тулыуға бағышланған балалар музыка мәктәптәре hәм балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары ижады фестивалендә ҡатнашты.

Ижад фестивале Октябрьский ҡалаһының музыка колледжында өс номинация буйынса уҙҙы: «Театралләштерелгән тамаша» — ҡатнашыусылар командаларын тәҡдим итеү, «Бәләкәй генә сюиталар» мотивтары hәм А.П. Бородиндың әҫәрҙәре буйынса «Буяуҙарҙағы музыка» hәм «Нәфис һүҙ» — А.П. Бородинға шиғри бағышлау.

Беҙҙең мәктәп уҡыусылары «Нәфис һүҙ» номинацияһында сығыш яһаны. Комппозиторға багғшланған үҙҙәре яҙған поэманы уҡынылар, шул уҡ ваҡытта теүәл, сәнғәтле, артистик үтәлеш билдәләп үтелде. Арина Данилова, Регина Дәүләтшина hәм уҡытыусы Лариса Абдуллина әлеге номинацияла грамота менән бүләкләнде.

Лариса АБДУЛЛИНА,

балалар сәнғәт мәктәбенең теоретик дисциплиналар уҡытыусыһы.
Читайте нас: