Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Ғинуар 2019, 13:59

Уҙған йылда Рәсәй киноһы рекорд ҡуйған

2018 йылда кинопрокатта һигеҙ картина 1 миллиард һумдан артыҡ аҡса йыйған. Рәсәй киноһы касса йыйымдары һәм тамашасылар һаны буйынса рекорд ҡуйған.

"2018 йылда Рәсәй киноһы касса йыйымдары һәм тамашасылар һаны буйынса йәнә рекорд ҡуйҙы, - тип белдерелә. - Рәсәйҙә төшөрөлгән фильмдарҙың касса йыйымдары 13,8 миллиард һумдан артып китте, уларҙы барлығы 57,9 миллион тамашасы ҡараны. Был уҙған йылғы күрһәткестән 6,1 һәм 5,8 процентҡа (13,02 миллиард һум һәм 54,7 миллион тамашасы) артығыраҡ".

2018 йылда кинопрокатта һигеҙ картина 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йыйған. Улар араһында Рәсәйҙә төшөрөлгән ике фильм да бар - "Движение вверх" (2017 йылдағы касса йыйымдарын да иҫәпкә алып, 2,9 миллиард һум) һәм "Лед" (1,4 миллиард һум). Ил кинотеатрҙарында әлеге картиналарҙы 18 миллионға яҡын тамашасы ҡараған.

2018 йылда тамашасылар һаны буйынса беренсе унлыҡҡа шулай уҡ "Веном" (Venom, 7,1 миллион кеше), "Мстители: Война бесконечности" (Avengers: Infinity War, 6,6 миллион кеше), "Фантастические твари: Преступления Грин-де-Вальда" (Fantastic Beasts: The Crimes of Grindelwald, 5,4 миллион кеше), "Монстры на каникулах 3: Море зовет" (Hotel Transylvania 3: Summer Vacation, 5,4 миллион кеше), "Дэдпул 2" (Deadpool 2, 4,8 миллион кеше), "Мир Юрского периода 2" (Jurassic World: Fallen Kingdom, 4,1 миллион кеше), "Суперсемейка 2"(Incredibles 2,4 миллион кеше) һәм "Богемская рапсодия" (Bohemian Rhapsody, 3,5 миллион кеше) картиналары кергән.
Читайте нас: