Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Ғинуар 2019, 15:02

Беҙ көн һайын юлда

Мәҙәниәт һарайы артистарына hәм коллективтарына алыҫ ҡалаларҙа сығыш яһау уңайлыраҡ буласаҡ

Район хакимиәте ике миллион һум тирәһе торған «Турист» комплектациялы ГАЗель NEXT автобусын һатып алған, ул ҡала-ара сәфәрҙәргә барыу өсөн ҡулай. Арҡаһы көйләнә торған ун алты уңайлы пассажир ултырғысы, кондиционер hәм hәр пассажир урынын яҡтыртыу артистар hәм Мәҙәниәт һарайы коллектив-тарының йыраҡ араға булған сәфәрен уңайлы hәм еңел итәсәк.

Автобусты тантаналы рәүештә тәҡдим итеү Мәҙәниәт һарайы ҡаршыһында уҙҙы. Яңы машинаны беренселәрҙын булып район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Валерий Семенов, район башлығының финанстар hәм иҡтисад буйынса урынбаҫары — финанс идараһы башлығы Владимир Меркулов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Елена Арефьева баһаланы. Артистарҙы яңы машинала тәжрибәле водитель Петр Петров йөрөтәсәк. Мәҙәниәт һарайының элгәре автобусын райондың йәштәр сәйәсәте бүлегенә тапшырасаҡтар

Ирина МИХАЙЛОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: