Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
29 Июля 2019, 04:02
Эх, ҡымыҙы ла ҡымыҙы....
Өфөлә Ҡымыҙ етештереүселәрҙең этнофестивале “Аҡбуҙат” ипподромында ифрат йәнле үтте. Милли эсемлекте популярлаштырыуға, уның сифатын яҡшыртыуға арналған сараның программаһы бик бай ине.
Был сарала ҡымыҙ етештереүгә бәйле проблемаларға, тармаҡты үҫтереү юлдарына арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, ҡымыҙ бешеүселәр теоретик йәһәттән имтихан да бирҙе.
Ә жюри комиссияһы һәр етештереүсенең эсемлегенең сифатына ғәҙел баһа бирҙе.
Байрамда шулдай уҡ иң яҡшы ҡымыҙ бешеүселәр асыҡланды
.Республикабыҙҙың төрлө райондарынан 40-ҡа яҡын ҡымыҙ етештереүсе араһынан "Йәйләү" чемпионы тип Әлшәй районының Слаҡ ауылынан Әлфирә Ғәниева танылды.
Икенсе урынды – Өфө йылҡысылыҡ заводынан Гөлсиә Бәширова, өсөнсө урынды Учалынан Лилиә Сәғитова яуланы.
Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм башҡорт тоҡомло ҡолондар бирелде.
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"