Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Август 2019, 19:25

«Боронғо Өфө» музейы сувениры иң яҡшыһы тип танылды

«Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы 6 августа Ҡунаҡһарайҙа уҙған «Башҡортостандың туристик сувениры» республика конкурсында ҡатнашты.

Конкурста Башҡортостандың байтаҡ райондарынан һәм ҡалаларынан ҡатнашыусылар бар ине. Тәҡдим ителгән эштәрҙе «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсына нигеҙ һалған Геннадий Шаталов етәкселегендәге эскперт комиссияһы баһаланы.

Музей-ҡурсаулыҡтың урта быуаттың уникаль ҡомартҡыһы «Өфө ҡаласығы — II» тураһында мәғлүмәт менән Меркатор фонында кеше башы төшөрөлгән «Хан» сувенир продукцияһы «Музей сувениры» номинацияһында беренсе урынды алды. Артефакттың төп нөсхәһе «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы фондтарында һаҡлана, ул VII-VIII быуаттарға ҡарай.

Икенсе урында — М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы продукцияһы, өсөнсөлә – республиканың Хәрби дан музейы сувенирҙары.

Төбәк конкурсы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы проекттар октябрҙә Һарытауҙа «Туристик сувенир-2019» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы финалында ҡатнаша.

Белешмә. «Туристик сувенир» конкурсы туристик сувенирҙар етештереү һәм һатыу, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү һәм үҫтереү, илебеҙҙең туристик сувенир продукцияһы баҙарын үҫтереү өлкәләрендә ҡыҙыҡһынған кешеләргә һәм ойошмаларға тәжрибә алмашыу өсөн мәғлүмәт, аралашыу майҙансыҡтарын булдырыу маҡсатында ойошторолған.
Читайте нас: