Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Октябрь 2019, 23:42

Тыуған көнөң менән, Башҡортостаным!

Ошо көндәрҙә респубикабыҙҙың һәр төбәгендә Башҡортостандың 100-йыллығы уңайынан төрлө мәҙәни саралар дауам итә. Бишбүләк мәҙәниәт һарайында ла күркәм юбилей юғары кимәлдә билдәләнеп үтте.

Һәр саҡтағыса, ерле халыҡтың гимнына әүерелгән “Бишбүләгем” йыры менән асылып китте тантаналы йыйылыш. Сәхнә түренән ағылған көй-моңдар ҙа, фойелағы күргәҙмәләр ҙә төрлө милләт вәкилдәренең үҙ-ара дуҫтанә, татыу мөнәсәбәттә йәшәүен раҫлай ине.

Район халҡын байрам уңайынан муниципаль район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин тәбрикләп үтте, ул шулай уҡ һәммәһенә лә республика башлығын һайлауҙа әүҙемлек күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Йөҙ йыллыҡҡа - йөҙ объект программаһы” буйынса Бишбүләк ауылында 3-сө мәктәп төҙөлә башланы. Белеүебеҙсә, район үҙәгендә “Елкән” физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләп килә, хоккей майҙансығы бар, бынан тыш, юлдар һалына, төрлө ерҙәге крандар тиҙҙән ҡалҡып сығасаҡ төҙөлөш объекттары хаҡында һөйләй. Район үҙәге йылдан-йыл төҙөкләндерелә, яңыра, - тине ул, үҙенең сығышында.

Яҡташтарының байрам шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының беренсе урынбаҫары Рәмил Рәмил Рәмзил улы Нуриәхмәтов та килгәйне. Ул республикабыҙҙың ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса Рәсәй Федерацияһында алдынғы урындарҙы биләүен һәм бөгөнгө көндә урып-йыйыу эштәренең тамамланыуға таба барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ауыл хужалығы өлкәһендә булһынмы йәки башҡа тармаҡтамы, үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән район, республика үҫешенә тос өлөш индергән райондаштарыбыҙ бихисап. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләп, хеҙмәттәре менән абруй ҡаҙанған бер төркөм яҡташтарға юбилей миҙалдары тапшырылды. Улар араһында “Дим” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Әбүзәр Нафиков; уҡытыусы, музыкант Илдар Едиханов; район ветерандар Советы рәйесе Вәлиулла Әйүп улы Булатов; медицина хеҙмәткәре Роза Ефремова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе исеменә лайыҡ булған Азат Ғәлимов һ.б. бар ине.

Рәсми өлөштән һуң. ижади коллективтар сығыш яһаны. Төрлө музыкаль һәм хореографик номерҙар, оҫта башҡарыусыларҙың йыр-моңдары байрам кәйефе тыуҙырҙы.

Ҡаныҡай урта мәктәбендә лә Республика көнө айҡанлы ойошторолған байрам концерты бик күңелле һәм йөкмәткеле булды. Гүзәл еребеҙҙе данлаған йырҙар, тыуған ил, тыуған ер тураһындағы шиғырҙар менән үрелеп барған кисәлә бер кемгә лә күңелһеҙләнеп ултырырға тура килмәне. Концертты оҫта итеп алып барыусы Булат Буранғолов менән Гүзәлиә Ғәзизйәнова дәүләтебеҙ символдары тураһында ла һөйләне, тарихи үткәндәргә лә байҡау яһаны.

Һәр кластың сығышы байрам программаһына йәм өҫтәне.

Айырыуса 5-6 класс уҡыусыларының парлы бейеүҙәре, Илназ Хәкимов менән Альберт Минияровтың “Башҡортостан – тыуған ерем” тигән йырҙы башҡарыуы, башланғыс класс уҡыусыларының сығышы, милли кейемдәге кескәйҙәрҙең дәртле лә, һығылмалы ла бейеүҙәре көслө алҡыштар менән оҙатылды. Район, республика күләмендәге “Урал батыр” бәйгеләрендә үҙҙәрен ысын сәсән итеп танытҡан Милана һәм Камилла Ишмөхәмәтовалар әле лә мәшһүр эпосты яттан һөйләне. Йыр-бейеү, шиғыр һөйләүгә маһир уҡыусылар береһен-береһе уҙҙырып сығыш яһаны, ҡыҫҡаһы, милли рух менән һуғарылған кисә күңелдәргә хуш килде.

Бындай сараларҙа, ғәҙәттәгесә, алдынғы уҡыусылар ҙа билдәләнеп үтелә. Нәҡ бер йыл элек туған телен һөйгән, юғары уңыштарға ирешеүсе уҡыусыларға Мең ырыуы премияһы бирелгәйне, әле иһә өс уҡыусыға: Илүзә Ғиләжетдинова, Алһыу Юламанова, Камилла Ишмөхәмәтоваға ил-күл-мең ырыуы премияһы (бағыусыһы яҡташыбыҙ Р.М.Хәлиуллин) тапшырылды. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сөмбөл Алламорат ҡыҙы ла шундай бүләккә эйә булды.

Ләйлә Ғүмәрова.
Читайте нас: