Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Декабрь 2019, 21:28

Башҡортостанда төшөрөлгән Рәсәй фильмының премьераһы буласаҡ

“Барыһы ла тик Роберт” (“И это все Роберт”) фильмының премьераһы 25 – 31 декабрҙә буласаҡ.

Һигеҙ сериянан торған криминаль драма киске унынсы яртыла UTV каналынан күрһәтеләсәк.

Фильм сюжеты буйынса, Роберт Богданов исемле физика уҡытыусыһының ҡыҙы сирләп китә. Уға сит ил клиникаһында ашығыс операция талап ителә. Ғаиләнең бындай аҡсаһы, әлбиттә, юҡ. Бер көндө ир түләү терминалын талауҙарына һәм наркодилерҙы үлтереүҙәренә шаһит була. Хәҙер Роберт менән ҡаланың төп енәйәтсеһе Хан үҙе ҡыҙыҡһына. Герой енәйәт ҡылыуға һәләтлеме, ғөмүмән, балаң хаҡына бындай аҙымға барыу енәйәтме?

Картина өс йыл дауамында Башҡортостанда, Исландияла һәм Израилдә төшөрөлдө, режиссеры Андрей Линич (“СОБР”, “Розыск” фильмдарын төшөрөүсе). Продюсер – Марат Әхмәтшин. Бында бик күп каскадер трюктары, күперҙән машинаның осоуы, Ағиҙел буйында танктар, төрлө махсус эффект күрергә мөмкин, мажаралы фильм бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ. Күмәк сәхнә күренештәрендә Өфө һәм республиканың башҡа ҡалалары халҡы уйнаны. Өфөнең сығарылыш уҡыусылары өсөн йыл да ойошторолған “Яҙғы бал” байрамы ла мәңгеләштерелде.

Бик күп тәнҡитсе яңы сериал хаҡында ыңғай фекерҙә.
Читайте нас: