Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
МӘҘӘНИӘТ
14 Января 2020, 11:50
Йыйынтыҡ ҡайтанан нәшер ителде
“Йәш Башҡортостан. Зәңгәр йырҙар” – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡайтанан нәшер иткән Шәйехзада Бабичтың китабы тап ошолай атала.
Йәмәғәт ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бабичтың үҙе иҫән саҡта донъя күргән берҙән-бер шиғырҙар йыйынтығы 1918 йылда Ырымбур ҡалаһында “Тулҡын” йәштәр ойошмаһы тарафынан сығарылған. Йыйынтыҡтың үҙенсәлеге шунда: шиғырҙар мөхәррирләнмәйенсә, автор нисек яҙған шулай һаҡланған.
Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Милли архивы һәм Милли музейы менән берлектә тағы ла бер китапты нәшерләне. Ул – “Ҡыҙыл армияның башҡорт ғәскәрҙәре Петроградты һаҡлағанда. 1919 йыл”. Азат Ярмуллиндың китабы Петроградты һаҡлаған башҡорттарға арнала. Унда йәш Башҡорт Совет Республикаһындағы ҡораллы көстәрҙең Петроград ҡалаһын 1919 йылдың көҙөндә генерал Н.Н. Юденич ғәскәрҙәренән һаҡлауы сағыла. Китапта шулай уҡ офицер И. Слатиндың яҙмаһынан өҙөк һәм Петроградты обороналау тураһындағы башҡа ҡыҙыҡлы факттар бирелгән.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"