Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Ноябрь 2020, 17:20

Республикала Башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы уҙғарыла

Башҡортостанда башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы иғлан ителде. Проект тәүгә ойошторола.

Еңеүселәр ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә, ә Гран-при өсөн 300 мең һум тапшырыла.

Сара этапта үткәрелә: ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә, һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау — 1-5 декабрҙә, конкурсҡа йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы бүләкләү 14 декабрҙә була.

Ҡатнашыусыларҙың эштәре түбәндәге номинациялар буйынса баһалана: «Башҡорт милли кейеме – реконструкция», «Заманса авторлыҡ кейеме», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре», «Башҡорт кейеме аксессуарҙары».

Ғаризалар «Башҡорт милли кейеме 2020» билдәһе менән [email protected] электрон адресына ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)272-36-50.

Сара милли кейемдең үҙенсәлекле ҡиммәттәренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы.

Читайте нас: