Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Ноябрь 2020, 14:12

Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә һөйләйбеҙ

Бөгөндән, йәнғи 20 ноябрҙән «Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә» яттан һөйләүселәрҙең республика онлайн-конкурсы башлана. Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыу өсөн башҡорт шағирының бер шиғырын туған телдә яттан һөйләп, видеороликты «Шиғыр һөйләүселәр конкурсы» билдәһе менән [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Ғаризала ҡатнашыусының исем-шәрифен, йәшен, уҡыған йәки эшләгән урынын, әҫәрҙең исемен һәм авторын, бәйләнеш өсөн телефонды, электрон адресты күрһәтеү мөһим. Конкурс 2020 йылдың 20 ноябренән 6 декабренә хәтлем биш йәш категорияһында ойошторола (5 йәшкә тиклем; 7-10 йәш; 10-15 йәш; 16-25 йәш һәм 25 йәштән өлкәндәр).

Конкурсҡа йомғаҡ 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә яһала. Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге. Видеороликтар Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң ютуб-каналында баҫыла. Положение менән учреждениеның сайтында танышырға мөмкин.

Читайте нас: