Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Ноябрь 2020, 17:26

«Ҡыҙыл паша» кино экрандарына сығырға әҙерләнә

Яңыраҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Кәрим Хәкимовтың тере китабы» исемле проекттың исем туйы үтте. Сара күренекле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнап уҙғарылды.

Проект ниәтен Башҡортостан китапханалары ассоциацияһы күтәреп сыҡты. Ул Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыу, пропагандалау һәм үҫтереү грантына тормошҡа ашырылды. Рәссам Камил Буҙыҡаев һәм «Муха» студияһы республикала тәүге комикс әҙерләп сығарҙы. 44 битлек «Ғәбдел-Ғәзиз һәм Кәрим: батырҙар осоро» исемле һүрәтле китап башҡорт һәм рус телдәрендә 3 160 дана менән нәшер ителгән. Проектты тормошҡа ашырыу барышында республиканың һәр китапханаһына комикстың икешәр данаһы оҙатыласаҡ.

Китаптың исем туйына Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров саҡырылды. Республика етәксеһе ижади төркөмдө ҡотлап ошо йәһәттән киләсәктә лә уңыштар теләне.

«Тарихта беҙҙең республиканы данлаған, әммә үҙҙәре онотолоп ҡалған шәхестәр бихисап. Шуларҙың береһе Кәрим Хәкимов. Бөгөн күрһәтелгән проект бер яҡтан тарихи эш булһа, икенсе яҡтан башҡорт телен популярлаштырыу маҡсатына ла ирешә. Беҙ был китап менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ, Кәрим Хәкимовтың исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ ниәттәребеҙ бар әле»,— тип билдәләне Республика Башлығы.
Проект авторҙарының береһе Камил Буҙыҡаев уны тормошҡа ашырыу тарихын һөйләп үтте.
«Былтыр беҙ осраҡлы рәүештә Кәрим Хәкимов шәхесе менән ҡыҙыҡһынып уның биографияһын өйрәнә башланыҡ. Шул рәүешле Англия, Сәғүд Ғәрәбстанына ла барып еттек. Яҡташыбыҙҙың был илдә легендар шәхес булып тороуы беҙҙе бик ҡыуандырҙы. Комикс башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителгән, Сәғүд Ғәрәбстанындағы дуҫтарыбыҙ хәҙер уны ғәрәпсәгә тәржемә итеүебеҙҙе лә һорайҙар»,— тип һөйләне Камил Буҙыҡаев.

Авторҙар Кәрим Хәкимов яҙмышына бәйле яңы табылған документтарҙы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондына тапшырҙы. Презентация һуңында яҡташыбыҙ тураһында төшөрөлгән «Онотолған паша» исемле нәфис фильмдың тизеры күрһәтелде.«Ғәбдел-Ғәзиз һәм Кәрим: батырҙар осоро» комиксында тарҡау ғәрәп илдәренең үҙәкләштерелгән дәүләткә берләшеү ваҡиғалары һүрәтләнә. Төп герой — дипломат, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов. Ул беҙҙең ил менән ғәрәптәр араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен урынлаштырыуға күп көс һала. Тап уның булышлығында Ғәбдел-Ғәзиз солтан яңы барлыҡҡа килгән дәүләт — Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге башлығы тип һайлана. Комикс тарихта ысын булған ваҡиғаларға нигеҙләнгән.

*Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов (ысын исеме — Ғәбделкәрим Ғәбделрәүеф улы Ғәбделхәкимов; 28 ноябрь 1890 — 10 ғинуар 1938). Күренекле совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре. Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Сәғүдтәр династияһының яңы дәүләте үҫешендә туранан-тура ҡатнаша һәм король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүдтең дуҫы булып китә. Мосолман мөхитендә тәрбиәләнеп һәм элегерәк революционер, ҡыҙыл командир һәм совет власын ойоштороусы булараҡ, Кәрим Хәкимов үҙенең шәхси абруйы менән ғәрәп-фарсы донъяһында Совет Рәсәйенең ыңғай йөҙөн барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Ғәрәп элитаһы һәм ябай халыҡ араһында ул «Ҡыҙыл паша» исеме менән билдәле була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул осорҙағы бик күп арҙаҡлы шәхестәр кеүек үк, Кәрим Хәкимов сәйәси золом ҡорбаны була. "Ҡыҙыл паша"ны репрессиялау һәм язалап үлтереү Сәғүд Ғәрәбстанында идара итеүсе династияға тәрән тәьҫир яһай — шул уҡ 1938 йылда короллек СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙә һәм улар тик 1990-сы йылдар башында ғына тергеҙелә.

https://kurultai.ru

Читайте нас: