Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Декабрь 2020, 18:59

Яҙмыштарҙан буламы уҙмыштар?

Моғайын, ишеткәнегеҙ барҙыр: ҡыҙ бала, ғәҙәттә, әсәһенең яҙмышын ҡабатлай. Әлбиттә, был – бик бәхәсле фекер, әммә тормошта булған ҡайһы бер хәл-ваҡиғалар ошо ябай ғына ырымдың аяныслы ысынбарлыҡ икәнлеген иҫбатлай. Бер танышым һөйләгән, бынан күп йылдар элек булған хәл – шуға миҫал.

“...Ҡураныс ҡына кәүҙәле, бер аҙ көмөрәйеп йөрөгән, күҙлеген һалмаған ағай бер ваҡытта ла һаулыҡ һорашмай һәм биргән сәләмде лә алмай торғайны. Йөҙөндә йылмайыу ғәләмәтен дә һирәк кеше күргәндер. Ул урамдан үтеп барһа, күңелдә ниндәйҙер тынғыһыҙлыҡ тойғоһо тыуа, уны урап үтке килә торғайны.Ҡарттың ауылдағы даны үҙенсәлекле ине: бер аҙ сәйерерәк холоҡло булғанға ғына түгел, ә һәр ғәмәл буйынса ялыу яҙырға, тауыш ҡуптарырға яратҡанға, барлыҡ ергә ҡыҫылып йөрөгәнгә, уны ситләп йөрөргә тырыштылар: бәләһенән баш-аяҡ!Ә ауыл йыйындарында ошо тәү ҡарамаҡҡа шым ғына тойолған һөмһөҙ ағайҙың ярһый-ярһый, төкөрөктәрен сәсеп, власть вәкилдәре йә ауылдаштары менән төрлө сәбәптәр буйынса нисек әрләшкәнен күрһәгеҙ! Ысынлап та, үтә сәйер әҙәм ине был ҡарт...Ауылдаштары уға береһенән-береһе яманыраҡ ҡушамат таҡһа ла, йөҙөнә бәреп ҡаршы әйтергә шөрләй ине, сөнки иртәгә үк Дарман ҡарт берәй сәбәп та­бып (кем гонаһһыҙ был донъяла?), ялыу яҙып, йә гәзиткә, йә райкомға ебәрәсәк.Өлкәнерәк йәштәгеләр иһә уның тураһында тағы ла аяныслыраҡ ваҡиға­ны хәтерләй ине. Дарман йәшерәк сағында күрше ауылдан йәш, бик сибәр ҡыҙға өйләнгән. Ҡуйы оҙон толомло, һомғол буйлы, асыҡ йөҙлө сибәркәй ошо ябыҡ, йәмһеҙ, холоҡһоҙ әҙәмгә кейәүгә нимә уйлап сыҡҡандыр, уныһы аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә ҡайһы берәүҙәр, ҡыҙ ҡанһыҙ үгәй атаһынан ҡотолорға теләп ризалашҡан, тип тә һөйләне, әммә халыҡта нимә тиҙәр әле: иртән уңмаһа, кис уңмаҫ, кис уңмаһа, һис уңмаҫ...Дарман менән Миңлегөл тәүҙә арыу ғына донъя көтөп алып киткән. Йорт һалғандар, хужалыҡтарын теүәллә­гәндәр. Бер-бер артлы улдары һәм ҡыҙҙары тыуған. Әйткәндәй, малай атаһына тартым ябыҡ һәм бәләкәс кенә булһа, ҡыҙҙары бәләкәстән һөйкөмлө һөйәк, әсәһенә оҡшап, нур бөркөп торған бала була.Әммә ауыл өҫтөндә бер нәмәне лә йәшереп булмай: Дармандың сибәр ҡатынын ныҡ көнләшкәнен, үтә һаран булыуы, өйҙә аҡсаны ғына түгел, аҙыҡты ла үлсәп кенә биреүе, ҡул күтәрергә лә тартынмауы тураһында ваҡыты-ваҡыты менән һөйләп алалар. Тик кеше тормошона кем ҡыҫылһын? Беләләр ҙә, әммә өндәшмәйҙәр...Бер мәл шулай был йортта өмә ойошторалар. Мунса күтәрергә тип ауылдың бер нисә ир-уҙаманын да саҡыралар. Ҙур эштән һуң табын ҡоралар. Иртәгә­һенә иһә йортта янъял ҡуба: Дарман, ҡатынын теге ирҙәрҙең береһенән көнләшеп, шул тиклем ныҡ итеп туҡмай, хатта башын ярғансы һуға. Был хәлгә шаһит булған бәләкәс балалар ҙа ҡурҡып, йәшенеп бөтә...Ошо ваҡиғанан һуң Миңлегөлдөң хәле көндән-көн насарая, ул тормош мәшәҡәттәренә битарафҡа әүерелә. Дарман, уға табип саҡырыу урынына, ки­реһенсә, “фәхишә”, “эшлекһеҙ” тип өйҙән ҡыуып сығара, балаларын күрергә лә рөхсәт итмәй. Бына шулай, яҡлар кешеһе булмағас, бер бәләнән ҡотолам тип, күрше ауылға кейәүгә сыҡҡан ҡатын тағы ла олораҡ бәләгә тарый.Оҙон толомдарын тағатҡан, бит-башы туҙған, күлдәктәренең иҙеүе асылған, күҙҙәре тоноҡланып ҡалған, йә илаған, йә көлгән ҡатынды йыш ҡына һыу буйында күрә башлайҙар, әммә һүҙ ҡушыр­ға ҡурҡалар: кем белә уның башында нимә икәнен? Шулай көндәр үтә, бер мәл Миңлегөл ауылдан юҡ була. Кем, ҡасан, ҡайҙа алып киткән, ярҙам итеүсе табылғанмы – күптәр аңламай ҙа ҡала.Оҙаҡ йылдар үткәс кенә, алыҫ тө­бәк­тәрҙән урыҡ-һурыҡ хәбәр килеп етә: фәлән районда төпләнгән, үҙен ҡабул иткән кешегә кейәүгә сыҡҡан һәм тағы ла балалар тапҡан икән. Шунда ғүмере үткән, шунда һуңғы төйәген дә тапҡан, тиҙәр...Дарман, ҡатынын нахаҡҡа рәнйе­теп, балаларын әсәһеҙ ҡалдырыуға үкенгән, намыҫ ғазабы кисергән, тиһегеҙме? Юҡ, ул оҙаҡ та тормай, бер балалы ҡатынға өйләнеп, Миң­легөл менән ҡорған нигеҙҙә бер ни булмағандай, артабан донъя көтөп алып киткән.Улы менән ҡыҙын да ошо үгәй әсә үҫтергән. Сабыр, өндәшмәҫ ҡатын менән нисек уртаҡ тел тапҡандарҙыр инде: Дарман да ҡартайғансы ошо ҡатынынан риза булып йәшәне, ул вафат булғас, башҡаса өйләнмәне...Дармандың улы бала саҡ хәтирә­ләрен онота алғанмы-юҡмылыр, мәгәр уның үҫкәс, тыуған ауылын ташлап, ситкә сығып киткәне, шул яҡта төпләнгәне мәғлүм.Ә бына ҡыҙы... Иҫ киткес сибәр, нурлы бала булып үҫә Дилә. Үҙе алсаҡ, үҙе көләкәс. Толомдары һуң! Күпереп торған сәстәре, ап-аҡ йөҙө менән дә эҙһеҙ юғалған әсәһенә үтә ныҡ оҡшаған була ул. Эх, тик яҙмышы ғына уныҡына оҡшаш булмаһа икән дә! Әммә...Ауылда уға ғашиҡ булмаған егет ҡалмай, әммә Дилә уҡырға киткән ерендә бүтән төбәк егетен оҡшатып, кейәүгә сыҡҡан, тыуған яғынан бик алыҫҡа киткән. Тәүге йылдарҙа балаларын алып, кейәүе менән бер нисә тапҡыр ауылға, атаһы һәм үгәй әсәһе янына ҡайтып та киткән, тиҙәр. Тик шунда әле уның тура­һында бик тә көйөнөслө хәбәр ишетелеп ҡала: Дилә сирләй, зиһене бутала икән... Сәбәбе нимәлә, уны ғаиләһендә ҡабул иткәндәрме, әсәһе ише берәй холоҡһоҙ кешегә тура килгәнме? Был һорауҙарҙың барыһы ла асыҡ килеш ҡала. Унан тыш, бер нисә йылдан ауылға тағы ла фажиғәлерәк хәбәр еткерәләр: сибәр Дилә эҙһеҙ юғалған...Ҡасандыр әсәһен, ә хәҙер берҙән-бер һеңлеһен дә юғалтҡан ағаһы Дилә йәшәгән яҡтарға барып, уны юллап, эҙләп, белешеп тә ҡарай, әммә ҡатын кәбәнгә төшкән энә төҫлө, юҡ була....Ә Дарман ҡарт оҙаҡ йәшәне. Һуңғы йылдарҙа ҙур йортонда бер үҙе донъя көттө. Уның иҫән икәнлеген бәләкәй яҡтағы берҙән-бер тәҙрәһендә билдәле ваҡытта янған лампочкаһы ғына иҫкәртеп тора ине. Ҡартайған көнөндә ниндәй уйҙар кисергәндер, үкенестәре булғанмы, кеше яҙмыш­тары менән шулай еңел уйнағаны өсөн тәүбәгә килгәнме – Хоҙай Тәғәлә үҙе генә белә...Автор: Г. Рәсүлева.
yaikrb.rbsmi.ru
Читайте нас: