+3 °С
Ясна
Мәҫәлән,"Связной” селтәре генә 3,1 миллион (6,7 процентҡа күберәк) шундай телефон һатып ебәргән. “М.Видео-Эльдорадо” компанияларында ла интернетһыҙ гаджетҡа ихтыяж 26 процентҡа үҫкән. Ә инде Price.ru интернет магазины белгестәре лә илдә төймәле телефондар һатыу күләменең 44 процентҡа артыуы тураһында әйтә, тип хәбәр итә “Коммерсантъ”.
Белгестәр был хәлде баҡса сезоны һәм хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһенең “удаленка”ға күсеүе менән бәйле тип аңлата. Кешеләр уны арзанлы элемтә сараһы булараҡ ҡуллана, тиҙәр улар.