Дим буйҙары
-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
28 Август 2018, 12:54

Яңы уҡыу йылына әҙерлек

Башҡортостан Хөкүмәтендә белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙеләр.

Оператив кәңәшмәлә республика мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова хәбәр итеүенсә, дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың дөйөм һаны 479,8 мең кеше, был 2017 йылға ҡарағанда 12,7 меңгә күберәк. Беренсе класс уҡыусылары иһә 53 мең, уҙған йылға ҡарағанда яҡынса 700 кешегә күп. Республикала Белем көнөнә арналған тантаналы саралар 1 сентябрҙә уҙа.

Белем биреү йорттарын эшкә әҙерләү буйынса күләмле эш башҡарылған, тип билдәләне Гөлназ Шафиҡова. 2018 йылда хөкүмәт бойороҡтары менән капиталь ремонтлау, матди-техник базаны нығытыу һәм энергияны һаҡлау саралары өсөн 63 мәғәриф ойошмаһына 381,5 миллион һум бүленгән.

Бынан тыш, 2018 йылдың аҙағына тиклем 3653 уҡыусылыҡ 6 мәктәпте һәм 90 урынлыҡ балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Шул рәүешле йыл аҙағынаса капиталь ремонт һәм төҙөлөш иҫәбенә бер сменала уҡыусылар һанын 91 процентҡа еткереү күҙаллана.

Әлеге ваҡытта мәғариф идаралығының муниципаль органдары тарафынан мәктәптәрҙе педагогик кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса эш тамамлана. Барлыҡ дөйөм белем учреждениеларында туҡланыу ойошторолған.