Дим буйҙары
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
27 Сентябрь 2018, 15:17
Баш ҡала мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Салауат Хөсәйеновҡа йөкмәтелде
Өфө ҡала Советы депутаттары Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың отставкаһын ҡабул итте.
фө мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов тәғәйенләнде. Дүртенсе саҡырылыш ҡала округы Советының 27 сентябрҙәге ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 22 сентябрҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы ултырышында Өфө мэры Ирек Ялаловтың кандидатураһын Федерация Советына индерергә тәҡдим ителде.
Ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов Ирек Ялалов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының депутат корпусы, шулай уҡ төбәктә йәшәүселәр мәнфәғәттәрен лайыҡлы күрһәтер тигән ышаныс белдерҙе.
Хөсәйенов Салауат Сәхи улы 1964 йылдың 10 мартында Миәкә районының Елдәр ауылында тыуған. Мәскәү технология инситутының Өфө филиалын тамамлаған, инженер-механик.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"