Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
13 Февраль 2019, 19:34

Радий Хәбиров - Ҡазанда

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Ҡазанда Дәүләт советы президиумының Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин үткәргән киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Ултырыш Иннополиста уҙҙы.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәк башҡарма власть органдарының халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса эшен тикшерҙе.

багышланды.

- Төҙөлөш тармағының эҙмә-эҙлекле үҫешенә торлаҡҡа ихтыяж бәрәбәренә ирешеп була. Быға бәйле, ипотека кредиттары баҙарына иғтибар кәрәк, - тине Владимир Путин.

Ул әле күптән түгел генә ставканың - 9, хәҙер илдә уртаса 11 процент булыуын билдәләп уҙҙы.

«Әле тармаҡ етди үҙгәрештәр кисерә, тәрән реформалау этабын үтә. 1 июлдән торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙың яңы схемаһы эшләй башлай. Ул граждандар өсөн хәүефһеҙ һәм мәшәҡәтһеҙ булырға, кешеләрҙе торлаҡ һатып алғанда артыҡ хәүефтәрҙән яҡларға тейеш, шулай уҡ баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен тотороҡло, профессиональ, цивилизациялы төҙөргә мөмкинлек бирәсәк, — тине Владимир Путин. — Торлаҡ төҙөлөшөнөң норматив базаһы үҙгәрә. Регуляторика, ҡала төҙөлөшө нормалары һәм ҡағиҙәләре төҙөүселәр өсөн уңайлы һәм асыҡ булыуҙан тыш, һөҙөмтәле эшләргә, тәү сиратта халыҡтың уңайлы йәшәү, ҡала мөхите сифаты талаптарына тап килергә тейеш. Шул иҫәптән беҙ Ҡала биләмәләрен үҫтереү стандартын индерәбеҙ. Әлбиттә, беҙгә төҙөлөш секторында юғарыраҡ динамика, торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күләменең артыуы кәрәк».
Читайте нас в