Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
20 Май 2019, 13:03

Милли проект: ауыл балаһы ла сифатлы белемгә хоҡуҡлы

Һуңғы йылдарҙа белем биреүҙең сифатын яҡшыртыуға, бәләкәй ҡалалар һәм ауыл мәктәптәрендә ҙур ҡалаларҙағыса шарттар булдырыуға, заманса алымдар ҡулланыуға иғтибар бермә-бер артты.

Әйтергә кәрәк, ыңғай үҙгәрештәр әле үк төҫмөрләнә. Был хаҡта ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа яһаған Мөрәжәғәтнамәһендә лә белдерҙе. “Баш ҡаланың һәм Рәсәй төбәктәренең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарында ҙур булмаған тораҡ пункттарҙан, алыҫ райондарҙан уҡырға ингән студенттар һаны арта. Был мәғарифтағы сифатлы үҙгәрештәр тураһында һөйләй”, – тип билдәләне ул.

Был тәңгәлдә “Мәғариф” милли проектына ярашлы ла маҡсатлы эштәр башланып тора. Мәҫәлән, Башҡортостанда һанлы, тәбиғи-ғилми һәм гуманитар йүнәлештә эшләйәсәк “Үҫеш нөктәһе” тип аталған 133 белем биреү үҙәге булдырыласаҡ. Башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн республикаға федераль бюджеттан 208,5 миллион һум субсидия бүленә.

2024 йылға тиклем ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан белем усаҡтары нигеҙендә 798 шундай үҙәк асыу күҙаллана.
Читайте нас: