Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
СӘЙӘСӘТ
6 Июня 2019, 08:56
Хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара конференция
Июнь уртаһында Өфөлә хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара форум ойошторола
«17-20 июндә Өфөлә терроризмға ҡаршы көрәш, мәғлүмәти хәүефһеҙлек өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү, ғәҙәттән тыш гуманитар ярҙам күрһәтеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек темаларын тикшерергә ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, форумдың көн тәртибенә «ҡатнаш янауҙарҙың» күбәйеүе шарттарында дәүләттәрҙең тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләрен дә индерәбеҙ», — тине Патрушев «Известия» гәзитенә интервьюһында.
Рәсәй мөнәсәбәттәрҙе үҙ-ара файҙалы шарттарҙа төҙөй, тип билдәләне ул. Патрушев һүҙҙәренсә, форумда йылдан-йыл күберәк илдәр ҡатнаша.
«Былтыр Сочиҙағы осрашыуҙа 118 дәүләт ҡатнашты, күпселеге — хәүефһеҙлек советтары секретарҙары, профилле министрҙар, махсус хеҙмәттәрҙең етәкселәре кимәлендә. Был илдәрҙең халыҡ-ара хәүефһеҙлек янауҙары һәм саҡырыуҙары менән көрәшеү өсөн көстәрҙе берләштереүгә ҡыҙыҡһыныуын раҫлай», — тине Патрушев.
http://www.bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"