Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
29 Август 2019, 18:13

Һайлауға әҙерләнгән бюллетендәрҙең 13 проценты башҡорт телендә баҫтырыла

Тағы 7 проценты татар телендә һәм ҡалғандары русса, йәмғеһе, Берҙәм тауыш биреү көнөнә 3 миллион 54 мең 3 бюллетень сығарыла. Һуңғы халыҡ иҫәбенә алыу һөҙөмтәләре буйынса республикала тап ошо сама кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары бюллетендәрҙе баҫтырыу барышы, хәүефһеҙлек сараларының үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды.

Һайлауҙа ҡулланылған бланктар бер нисә хәүефһеҙлек кимәле менән һаҡланған. Бынан тыш, һәр бер бюллетендә участка һайлау комиссияһының мисәте һәм имзалары булырға тейеш. Шулай уҡ Башҡортостанда КОиб-тар өсөн дә махсус бланктар баҫтырыла. Уларҙың иҫәбе өс йөҙ мең тирәһе буласаҡ.

Илона Макаренко, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: “Әгәр ябай бюллетендәрҙә хәүефһеҙлек билдәһе ал яғында торһа, КОиБ-тар өсөн баҫтырылған бланктарҙа артҡы яғында. Был алым автоматтар яңылышмайынса ҡултамғаларҙы уҡый алһын өсөн эшләнә”.

Мәҡәләнең сығанағы bash.news сайты.
Читайте нас: