Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
30 Октябрь 2019, 10:05

Ниндәй яңы министрлыҡтар барлыҡҡа килде?

Башҡортостан Хөкүмәте структураһына бер ни тиклем үҙгәрештәр индерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, хәҙер республиканың башҡарма власть органдарына 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты, дүрт идаралыҡ, бер агентлыҡ һәм бер дәүләт инспекцияһы инә.

– Министрлыҡ һәм ведомстволарҙың күпселек өлөшө үҙҙәренең атамаларын, структураһын һәм етәксеһен һаҡлап ҡалды. Шулай ҙа бер ни тиклем үҙгәрештәр ҙә бар, – тине Радий Хәбиров оператив кәңәшмә мәлендә.

Шулай итеп, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты икегә бүленде һәм Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты менән Туризм буйынса дәүләт комитеты барлыҡҡа килде. Иҡтисади үҫеш министрлығы Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығына әйләнде. Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына әүерелде.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығының атамаһы ла бер аҙ үҙгәртелде, хәҙер ул Мәғариф һәм фән министрлығы тип йөрөтөләсәк.

Республиканың Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ республика” системаһының эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы тип үҙгәртелде. Социаль-иҡтисади үҫеште мониторинглау буйынса дәүләт комитеты бынан ары республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты тип аталасаҡ.



Читайте нас: