Ошо көндәрҙә бер яңылыҡ билдәле булды: Ираҡта төрмәлә ултырған дүрт бала тыуған яғына – Башҡортостандың Салауат районына әйләнеп ҡайтҡан. Был турала “Йүрүҙән” гәзите хәбәр итә. Аҙна башында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус борты Ираҡ төрмәләре һәм приюттарынан 32 баланы алып ҡайтты. Улар бер йәштән туғыҙ йәшкә тиклем. Дүртәүһе – беҙҙеке.
Балаларҙың өләсәһе хәбәр итеүенсә, уның ҡыҙы Гөлиә бынан бер нисә йыл элек әсәһенә әйтмәй Сүриәгә сығып китә. Үҙе менән бында тыуған ике балаһын да ала. Унда Гөлиә кейәүгә сыға һәм тағы ике бәпәй таба. Әйткәндәй, дүртенсе бала тап төрмәлә тыуа. Күп тә үтмәй, уның ирен үлтерәләр, ә ҡатынды балалары менән бергә төрмәгә ябалар.
“Балаларҙың күбеһен беҙ төрмәнән алып ҡайттыҡ. Әсәләре менән бергә ултыралар. Унда, Ираҡта, беҙҙәге кеүек түгел. Бында балалар әсәләре менән өс йәшкә тиклем генә бит, Ираҡта башҡаса. Төрмәләре иһә - ҙур бараҡтар, бер бүлмәлә туҡһанға тиклем кеше ята, - тине был хәл буйынса Рәсәй Президенты ҡарамағындағы балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова. – Ҡайһы бер балаларҙы приютта таптыҡ. Уларҙың документтары ла, хатта исемдәре лә юҡ. Рәсәйҙеке икәндәрен дә кеше һүҙенән генә белергә мөмкин. Ираҡ властары ҡаршы килмәне, беҙҙең табиптарҙы төрмә һәм приюттарға индерҙе. Улар ДНК алып, Рәсәйҙә йәшәгән өләсәй-олатайҙарҙыҡы менән сағыштырып ҡына кем икәндәрен асыҡланы”.
Ираҡта балаларҙы суд аша депортациялап ҡайтарғандар. Тикшереү үткәс, уларҙы өләсәләренә һәм туғандарына тапшырғандар. Гөлиәнең балаларын ағаһы алған. Ҡатын үҙе төрмәлә ултырыуын дауам итә.
Бына шундай яҙмыш... Кәрәк булдымы икән уға ошолай сығып китеү?