Дәүләт башлығы әйтеүенсә, бер мәл ата-әсәһе, уҡыуға ҡамасаулай тип, уның спорт менән шөғөлләнеүенә ҡырҡа ҡаршы төшкән. “Самбоны улар ниндәйҙер ғәҙәттән тыш спорт төрө тип ҡабул итә ине. “Был бит төптө һуғыш, уның менән шөғөлләнеүҙең һиңә кәрәге юҡ”, тип мине тыйырға тырыштылар”, – тине Президент. Ул шулай уҡ Рахлиндың өйгә килеп, ата-әсәһен инандырыуы тураһында ла һөйләне.
Мәғлүм булыуынса, Анатолий Рахлин – РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, 2013 йылда вафат булған. Путин унда 11 йәштән шөғөлләнгән. 2019 йылда Рахлин етәкселек иткән самбо секцияһына 50 йыл тулды.