Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
СӘЙӘСӘТ
23 Декабря 2019, 05:08
Путин ниндәй программанан файҙалана?
Британияның The Guardian баҫмаһы журналистары эш компьютерҙарында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Microsoft”тың иҫкергән операциялар системаһын – Windows XP ҡулланыуын күреп ҡалған.
Улар билдәләүенсә, Владимир Путиндың Кремлдәге, шулай уҡ Яңы Огаревола урынлашҡан рәсми резиденцияһындағы компьютерҙарына ла “Windows”тың яңыртылмай торған версияһы ҡуйылған. Ике компьютерҙағы фонда Кремль башняһы сағыла. Журналистар әйтеүенсә, “Microsoft” компанияһы Windows XP һәм 2003 йылғы Office өсөн хәүефһеҙлек сараларын даими яңыртыуҙы 2014 йылдың апрелендә туҡтатты. Ойошманың сайтында бындай компьютерҙарға хәүеф һәм вирустар янауы тураһында иҫкәртеү бирелгән.
Шул уҡ ваҡытта Президент Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Владимир Путиндың интернеттан һирәк файҙаланыуы тураһында белдергәйне. Бер нисә йыл элек кенә дәүләт башлығы селтәрҙе “ЦРУ проекты” тип тә атағайны.
#ВладимирПутин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"