Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
7 Март 2017, 02:00

Башҡортостанда Ҡарас сәсән исеменә арналған традицион уҡ атыу бәйгеһе уҙасаҡ

Башҡортостанда традицион уҡ атыу буйынса бәйге уҙасаҡ. 18 мартта иң етеҙ һәм мәргәндәр Учалы районының Уральск ҡасабаһында йыйыла.

Башҡортостанда традицион уҡ атыу буйынса бәйге уҙасаҡ. 18 мартта иң етеҙ һәм мәргәндәр Учалы районының Уральск ҡасабаһында йыйыла. Был ярыш XVIII быуаттың билдәле башҡорт сәсәне һәм батыры Ҡарас сәсәнгә арнала. Ошо хаҡта социаль селтәрҙәрҙә «Мәргән уҡсы» төркөмө хәбәр итә.
Бәйге шәхси зачетта «традицион уҡ атыу» категорияһында уҙғарыла. Турнирҙа башҡорт, төрөк, венгр, ҡырым-татар, инглиз-лонгбоу, корей, монгол, манжур, япон – юми, сармат, скиф, боронғо рус һәм башҡа уҡ-һаҙаҡтарҙан атыу рөхсәт ителә. Ҡатнашыусыларҙың бәйгегә тарихи халыҡ костюмдарында килеүе мотлаҡ шарт булып ҡала. Турнир призерҙары ойоштороусыларҙың дипломдары менән бүләкләнәсәк. «Иң яҡшы традицион башҡорт костюмы» номинацияһында еңеүсе билдәләнәсәк.
Ғаризалар 15 мартҡа ҡәҙәр [email protected] электрон адресына ҡабул ителә, белешмәләр өсөн телефондар: 8347 (6-21-56, 6-15-44).
Читайте нас в